Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Июнь 2016, 14:30

Өфөлә йәш ижадсылар семинары ойошторола

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Кесаҙна, 23 июндә, Өфөлә йәш яҙыусылар семинары уҙғарыла. Форумға профессиональ яҙыусылар, тәнҡитселәр, драматургтар, журналистар, шулай республиканың төрлө райондарынан ижади конкурс еңеүселәре саҡырылған.
Семинарҙың маҡсаты — фекер алышыу, ҡулъяҙмаларҙы тикшереү, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү. Ҡулъяҙмалар поэзия, проза, драматургия жанрҙары буйынса ҡарала.
Сараны ойоштороусылар — республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Башҡортостан» гәзите. Проект республика Башлығы гранты сиктәрендә тормошҡа ашырылған һәм йәш әҙәбиәтселәрҙең һәләтен асыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас: