05:12 (UTC+5), 21 Июня 2016

Өфөлә скульпторҙар «Мираҫ» галереяһы заказы буйынса 13 яңы арт-объект төҙөй

асыҡ сығанаҡ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә скульпторҙар «Мираҫ» галереяһы заказы буйынса 13 яңы арт-объект төҙөй. 1 июлдән 3 авгусҡа тиклем галерея меценаттар аҡсаһына скульпторҙарҙың халыҡ-ара симпозиумын ойоштора. Унда алты илдән 13 һынсы ҡатнаша. Уларҙың эштәре Ленин урамының йәйәүлеләр йөрөй торған юлына ҡуйыла.
Проект Третьяков галереяһы белгестәре, Өфө хакимиәте, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Скульпторҙар Учалылағы Мансур ятҡылығындағы гранит менән эшләйәсәк. «Симпозиумдың маҡсаты — ҡала мөхитен камиллаштырыу», — тип билдәләнеләр кураторҙар.
Республикала бындай саралар 1988 йылдан алып уҙғарыла. Ижади оҫтахана сиктәрендә башҡарылған эштәр Өфөлә (мәҫәлән, Революция урамында — 1999 йылғы симпозиумдан һуң), Нефтекамала, Малаяҙҙа ҡалған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика