Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.27
+0.15
91.3
+0.27
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Июнь 2016, 12:06
Өфөлә «Бабич» исемле тулы метражлы тарихи фильм төшөрөлә
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Бабич» исемле тулы метражлы тарихи фильм төшөрөлә. Фильм бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған. Кинотаҫманың ҡуйыусыһы — билдәле режиссер, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Булат Йосопов.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, фильмда 1914-1919 йылдар һүрәтләнә. Ижади етәксе — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева.
Фильмды республика Башлығының 9 миллион һум күләмендәге гранты сиктәрендә «Тере таҫма» кинокомпанияһы төшөрә.
Теги:
кино
шәйехзада бабич
Читайте нас