08:09 (UTC+5), 16 Июня 2016

Баш ҡалала «Мортазинсылар йондоҙлоғо» туған сәхнәһендә опера йондоҙҙарын йыйҙы

Георгий Шишкин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15 июндә Өфөлә «Мортазинсылар йондоҙлоғо» ҡалҡты һәм балҡыны. Вокал буйынса легендар педагог, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Миләүшә Мортазина үҙенең юбилейын иң яҡшы уҡыусылары ҡатнашлығындағы концерт менән билдәләне.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың, Мария театрының художество етәксеһе Валерий Гергиевтың ҡотлауҙары уҡып ишеттерелде. Профессорҙы Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов, Өфө башлығы Ирек Ялалов, Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры Әминә Әсфәндиәрова тәбрикләне.
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһенә бер-бер артлы уның уҡыусылары — танылған йырсылар, күп һанлы конкурс лауреаттары, опера йондоҙҙары сыҡты. Миләүшә Ғәли ҡыҙы уларҙың барыһын да йырлау оҫталығына ғына өйрәтмәгән, һәр береһендә ныҡлы характер тәрбиәләгән.
Өфө тамашасыһы алдында Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Әлфиә Кәримова, Салауат Асҡаров, Иҙрис Ғәзиев, Владимир Белов, Раил Кучуков, Хәмит Ишбулдин, Bәхит Хызыров, Владимир Копытов, Дилара Иҙрисова, Әлим Ҡәйүмов, Изабелла Базина, Динә Хөсәйенова, Әлиә Исҡужина, Иҙел Аралбаев сығыш яһаны.
Үҙ заманында билдәле йырсы булған, әммә арабыҙҙан киткән йәки концертта сығыш яһай алмағандар ҙа үҙҙәренең уҡытыусыһы өсөн «йырланы». Уларҙың архивта һаҡланған сығыштарынан өҙөктәр ҙур экранда күрһәтелде. Улар — Илфаҡ Смаков, Сажиҙә Ғәлимова, Нажиә Аллаярова, Вячеслав Храмов, Радик Гәрәев, Райнат Бәшәров, Флүрә Ноғоманова, Зөһрә Байбурина.
Миләүшә Мортазинаның элекке концертмейстеры — дирижер Артем Макаров етәкселегендәге симфоник оркестр оҙатыуында ариялар, романстар һәм йырҙар яңғыраны, концертта театр хоры ла ҡатнашты. Кисә байрамдың режиссеры Рөстәм Ғәлиевтың «Мортазинсылар йондоҙлоғо» шиғыры менән тамамланды. Әммә уҡыусылар үҙҙәренең уҡытыусыһын ебәрергә ашыҡманы. Сәскә гөлләмәләре тотоп, уның хөрмәтенә «Happy birthday» йырын башҡарҙы, Илдар Абдразаҡов иһә ошо иҫтәлекле мәлде фотоға төшөрөп өлгөрҙө.
Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина (1926 йылдың 27 майында тыуған) — вокал мәктәбенә нигеҙ һалыусы, профессор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР-ҙың юғары мәктәбе отличнигы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика