07:56 (UTC+5), 15 Июня 2016

Башҡортостанда «Ҡош юлы» бард йыры фестивале Виктор Цойҙың ижадына арналды

Алина Билалова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Ҡош юлы» бард йыры фестивале үтте. Ғәҙәттәгесә, ул Ейәнсура районы Таҙлар ауылы янында, йәмле Һүрәм йылғаһы буйында ойошторолдо. Быйыл «Ҡош юлы» биш йыллыҡ юбилейын билдәләне.
2016 йыл Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителгәнлектән, быйылғы фестиваль Виктор Цойға һәм «Кино» төркөмөнә бағышланды. Фестиваль башҡорт теленә Наҙгөл Ғәлиева тәржемә иткән «Ҡан төркөмө» һәм «Ҡояш атлы йондоҙ» йырҙары менән асылды, тип хәбәр итә «Башҡортостан» гәзите. Сарала уҙған йылдарҙа еңеп сыҡҡан 14 лауреат һәм быйыл интернет тауыш биреүҙә еңеү яулаған алты йырсы ҡатнашты. Юбилей уңайынан фестивалдә еңеүсе билдәләнмәне. «Ҡош юлы»на 500 самаһы кеше йыйылды. Фотоһүрәттәр — «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә.
Байрам Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, «Шоңҡар» журналы һәм «Йәшлек» гәзите башланғысы менән 2012 йылдан үткәрелә. Әлеге ваҡытта фестиваль башҡорт бард хәрәкәтен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм үҫтереү өсөн һәйбәт стимул, гитарала уйнарға һәм бард йырын яратыусылар өсөн ҙур байрам булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика