13:27 (UTC+5), 14 Июнь 2016

Златоуст ҡалаһында этноауыл асылды

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында Рәсәй көнөнә арналған байрам ойошторолдо. Байрам барышында ҡала халҡы өсөн күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға булды: унда этноауыл астылар. Ойоштороусылар күҙаллауынса, проект экологик туризм үҙәге буласаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итте.
Этноауыл XVIII быуат стилендә төҙөлгән. Унда рус, украин өйҙәре, башҡорт тирмәһе һәм башҡа ҡаралтылар бар. Киләсәктә саҡырылған белгестәр ҡала халҡы өсөн тимерсе хеҙмәте, көршәксе эше, туҙҙан әйберҙәр яһау, ағас һырлау, кейеҙ баҫыу һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.
Тантананы үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары концерты дауам итте. Унда Златоуст ҡалаһында йәшәгән халыҡтарҙың сағыу номерҙарын күрергә мөмкин ине. «Башҡорт биҙәктәре» клубы етәксеһе Рәйсә Хужина боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Тамашасылар уның сығышын бик йылы ҡабул итте.
Тыуған яҡты өйрәнеүсе Данис Хужин фекеренсә, йәй көнө Златоусҡа бик күп туристар килә. «Шәхси туристик продуктты күбәйтеп, боронғо ҡала ошо ағымды арттырыуға, үҙенең имиджын яҡшыртыуға, яңы инвестициялар йәлеп итеүгә иҫәп тота ала. Был беҙҙең йәмәғәтселәр эше өсөн мөһим йүнәлеш. Этноауылдың тарих һәм халыҡ мәҙәниәтенең йәнле кәүҙәләнеше булыуы ҙур иғтибарға лайыҡ», — тип билдәләне Данис Хужин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика