08:09 (UTC+5), 09 Июня 2016

Башҡорт режиссерының фильмы Сочиҙа «Кинотавр» фестивалендә күрһәтелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт режиссеры Вадим Вәлиуллиндың «Кредит» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмы «Кинотавр» ХХVII Асыҡ Рәсәй кинофестивалендә ҡатнаша. Бөтәһе 400 ғариза килгән, ҡыҫҡа метр программаһына 27 кинотаҫма ингән.
Фильмдың сценарий авторы, продюсеры һәм композиторы — Вадим Вәлиуллин, операторы — Артем Айсин. Авторҙар әйтеүенсә, кинокартинаның бюджеты 8 мең һумға барып баҫҡан.
«Кинотавр» фестивале Сочиҙа 6 июндән 13-нә тиклем бара. Быйыл «Короткий метр» номинацияһында башлыса йәш режиссерҙар эштәрен тәҡдим итә. Еңеүсенең исеме бөгөн билдәле була. Эштәрҙе продюсер Елена Гликман, режиссер Жора Крыжовников, актриса Дарья Екамасова, кино тәнҡитсеһе Лариса Малюкова баһалай.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика