06:24 (UTC+5), 08 Июня 2016

Өфөлә Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсына йомғаҡ яһалды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсына йомғаҡ яһалды. Йәш журналистар бәйгеһен «Йәшлек» республика йәштәр гәзите ойошторҙо.
Тәүге премияға «Үҙебеҙ һайлаған юл» исемле мәҡәләһе өсөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 9 класс уҡыусыһы Гөлназ Мофазалова лайыҡ булды. Икенсе урында — «Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...» мәҡәләһе өсөн Башҡорт республика гимназия-интернатының 11 класс уҡыусыһы Зәриә Моратова, «Мин сәләмәт тормош яҡлы!» мәҡәләһе өсөн Дыуан районы республика лицей-интернатының 10 класс уҡыусыһы Айһылыу Шәрипова. Өсөнсө премия өс еңеүсегә бирелде. Улар — «Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй...» мәҡәләһе авторы, Көйөргәҙе районы Рәшит Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһының 11 класс уҡыусыһы Илүзә Вәхитова, «Ысын тормошта йәшәйек» мәҡәләһе өсөн Саҡмағош ауылы Саҡмағош гимназияһының 10 класс уҡыусыһы Финат Заманов һәм «Мин — россиянмын» мәҡәләһе өсөн Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһы уҡыусыһы Ынйыгөл Ишбулатова.
Ижади бәйге йәштәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, тип хәбәр иттеләр Журналистар союзында. Уҡыусылар эштәрен хат менән ебәрҙе, «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмгә һалды. Редакцияға 100-ҙән ашыу эш килде. Журналистар акцияһы былтыр көҙ Дагомыста үткән «Бөтә Рәсәй-2015» Рәсәй Журналистар союзының ХIХ фестивалендә республика, край, округ һәм өлкә гәзиттәре араһында лауреат булды.
«Йәш журналистар үҙ фекерҙәрен белдерҙе, сағыу идеялар тәҡдим итте. Илһөйәрлек, кешелеклек, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышыу — ошоларҙың барыһы ла уларҙың әҫәрҙәрендә сағылыш тапты», — тип билдәләне жюри рәйесе, филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов.
«Йәшлек» гәзите журналистары был конкурсты киләһе йылда ла үткәрергә ниәтләй.
Булат Солтангәрәев Өфө ҡалаһы Киров районы 3-сө гимназияһының сығарылыш класы уҡыусыһы ине. Алдынғы ҡарашлы, белемле, илһөйәр рухлы, олимпиадалар, конкурстар, конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм еңеүҙәр яулаған егеттең ғүмере 2011 йылдың 22 майында фажиғәле өҙөлдө.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика