08:48 (UTC+5), 08 Июня 2016

Башҡортостан һәм Сыуашстан кинематографтары видеокүпер ойошторҙо

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләге «МелодиАрт» ресторанында «Чебоксар кинофестивале ауазы» тип аталған сара үтте. Ул башҡорт фильмдарының бәләкәй халыҡтар кинематографына арналған IX Чебоксар халыҡ-ара кинофестивале йомғаҡтары буйынса ойошторолдо. Быйыл Чебоксарҙағы фестивалдә «Етегән» (режиссеры — Айсыуаҡ Йомағолов, продюсеры — Рияз Исхаҡов), «Өс хат» (реж. Руслан Юлтаев) һәм «Пилорама» (реж. Айнур Асҡаров) фильмдары ҡатнашты.
Сараны ойоштороусы булып Башҡортостандың Кинематографистар союзы сығыш яһаны. Кинематографистар союзының матбуғат секретары Зөһрә Бураҡаева әйтеүенсә, төрлө төбәктәрҙәге кинематографистарҙың артабанғы берлектәге проекттар өсөн бер-береһе менән яҡындан танышыу теләге фестивалдең төп маҡсаты булды. Сарала ҡатнашыусылар, башҡорт режиссерҙары, журналистар түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Осрашыу башында Чебоксарҙағы фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Максим Матросов менән скайп-конференция уҙғарылды.
Һуңынан фестивалдә Гран-при яулаған «Февраль» фильмы күрһәтелде һәм башҡарма продюсер Адам Дунаев менән скайп-конференция ойошторолдо. 1944 йылда чечендарҙы депортациялау хаҡында бәйән иткән фильм журналистарҙа күп һорауҙар тыуҙырҙы. Башҡортостан кино эшмәкәрҙәрен Чечняла милли кинематографияны үҫтереү, Кинематографистар союзы эшмәкәрлеге мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы.
Сараның спикеры, «Р.И. Продакшн» студияһы продюсеры Артем Косар Өфөләге Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Владимир Ивановҡа фестивалгә барыуҙа ярҙам иткәне һәм Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Лом-Али Исраиловҡа сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика