12:38 (UTC+5), 06 Июня 2016

Башҡорт йырсыһы Марсель Ҡотоев «Жайыҡ DAUYSY» халыҡ-ара конкурсында лауреат булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт йырсыһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель Ҡотоев «Жайыҡ DAUYSY» халыҡ-ара музыка фестивале лауреаты тип танылды. Ошо көндәрҙә Ҡаҙағстандың Атырау ҡалаһында конкурс тамамланды.
Продюсер Зәлифә Барлыбаева хәбәр итеүенсә, бәйгелә Марсель Ҡотоев «Уралым» йырын һәм «Бабалар» исемле ҡаҙаҡ халыҡ йырын башҡарған. Конкурста Ҡаҙағстан, Рәсәй, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Украина вәкилдәре лә ҡатнашҡан.
Марсель Ҡотоев — күп кенә конкурстар, шул иҫәптән «Ирәндек моңдары» төбәк-ара бәйгеһе, «Гәлсәр һандуғас» телевизион фестивале, «Урал моңо» төрки йәштәр конкурсы, Хакасияла үткән «От ыры» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе.
1 из 3
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика