09:46 (UTC+5), 31 Май 2016

«Йор үҙән» республика этно-фестиваленә иң яҡшы музыкаль коллективтар йыйыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 3-4 июндә Ҡыйғы районында район һабантуйы барышында «Йор үҙән» этно-фестивале уҙа. Унда «…Егерме лә ике йәшендә» республика конкурсы ойошторола. Этно-төркөмдәрҙең репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, ҡобайырҙар һәм халыҡ ижадының башҡа жанрҙары булырға тейеш.
Бәйгелә «Табын» (Ғафури), «Әйле-ҡатай» (Ҡыйғы), «Бәйембәт» (Күгәрсен), «Юлдаш» (Салауат), «Алпамыша» (Учалы), «Дәрт» (Межгорье ҡалаһы), «Сал Урал» (Пермь ҡалаһы), «Арман» (Сибай), «Тархан» (Сибай), «Саптар» (Өфө), «Йәнгүзәл» (Өфө, БДУ) этно-төркөмдәре ҡатнаша.
Жюри составында абруйлы мәҙәниәт эшмәкәрҙәре: жюри рәйесе — «Ашҡаҙар» радиоһының музыкаль мөхәррире, композитор Юлай Үҙәнбаев, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, виртуоз-ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы Венер Йылҡыбаев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, Республика халыҡ ижады үҙәгенең инструменталь жанр буйынса баш белгесе, жюриҙың яуаплы секретары Элита Йыһангирова эшләй.
«Йор үҙән» республика этно-фестивале барышында «2016-2020 йылдарҙа Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы»н тормошҡа ашырыу сиктәрендә этно-музыканы үҫтереү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе була. Унда Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле, Салауат, Ҡыйғы райондарының башҡорт коллективтары, мәҙәниәт бүлектәре етәкселәре ҡатнаша.
Байрамды ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы Сәсәндәр үҙәге, Ҡыйғы районы хакимиәте.
«Йор үҙән» республика этно-фестивале тәүге тапҡыр 2014 йылда «Салауат йыйыны» фольклор байрамы барышында ойошторолғайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика