11:38 (UTC+5), 23 Мая 2016

«Ирәндек моңдары» конкурсында Гран-приға Өфөнән Иҙел Аралбаев лайыҡ булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Ирәндек моңдары-2016» башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсында Гран-приға Өфөнән Иҙел Аралбаев лайыҡ булды. Ул 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгендә. Башҡорт опера һәм балет театры солисы Иҙел Аралбаев башҡорт халыҡ йырҙары «Буранбай» менән «Эскадрон»ды бик оҫта башҡарҙы.
18 майҙан 20-нә тиклем Сибайҙа башҡорт йыры конкурсы уҙҙы. Йылайыр, Благовар, Әбйәлил, Хәйбулла, Шишмә, Учалы, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондарынан, Өфө, Сибай, Ишембай, Баймаҡ ҡалаларынан 80 кеше иң оҫта йырсы исеме өсөн көс һынашты. Силәбе, Ырымбур һәм Свердловск өлкәләренән дә вәкилдәр булды. Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы — Сибай ҡалаһынан Сафина Буранғолова. Быйыл 22 башҡарыусы лауреат исемен алды, 10 бәйгесе дипломант булды.
«Конкурсҡа сит илдән ҡунаҡтар — Венгрияның халыҡ йырсыһы Марта Шебештьен һәм этнограф, Венгрияның фәндәр академияһы тикшеренеүсеһе Давид Кара Шомфаи саҡырылғайны. Марта Шебештьен Сибай концерт-театр берләшмәһе артисы Ғаяз Ғәйетбаев менән бергә башҡорт халыҡ йыры «Сибай»ҙы башҡарҙы. Уларҙың сығышы венгр һәм башҡорт халҡы араһындағы оҡшаш традицияларҙы, фольклорҙы күрһәтте», — тип һөйләнеләр Республика халыҡ ижады үҙәгендә.
Жюри составына танылған сәнғәт оҫталары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артистары, профессорҙар, Өфө дәүләт сәнғәт институты, Өфө сәнғәт училищеһы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Республика халыҡ ижады үҙәге уҡытыусылары инде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика