09:37 (UTC+5), 20 Мая 2016

«UFA-Kuraifest» музыкаль форумында виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 27 майҙа «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында Өфө амфитеатрында «UFA-Kuraifest» музыкаль форумы ойошторола. Программаның төп геройы — милли уйын ҡоралы ҡурай.
Ҡурайҙың яңғырашы заманса стилдәр менән ҡушыласаҡ, эстрада-джаз оркестры, этно-рок төркөмдәр сығыш яһаясаҡ. Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сығышы байрамға йәм өҫтәйәсәк. Музыкант ҡумыҙҙа «Сал быуаттар ауазы» һәм «Ритм» композицияларын башҡарасаҡ.
Сара хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт — «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең рәсми сайтында.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, «Риүәйәт» фольклор төркөмө етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика