08:50 (UTC+5), 18 Мая 2016

«Ҡош юлы» бард йыры фестивале тәүге юбилейын билдәләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Быйыл «Ҡош юлы» бард йыры фестивале биш йыллыҡ юбилейын билдәләй. 11-13 июндә Ейәнсура районы йәнә тәбиғәт, усаҡ, йондоҙло күк һәм йыр-моң һөйөүселәрҙе ҡабул итә. «Ҡош юлы-2016» фестиваленең финалы йәмле Һүрәм йылғаһы буйында уҙа.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сарала уҙған йылдарҙа еңеп сыҡҡан 17 лауреат һәм быйыл интернет тауыш биреүҙә еңеү яулаған биш йырсы ҡатнаша.
Сараның «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә ҡатнашыусыларҙың видеояҙмалары буйынса конкурстың һайлап алыу туры бара. Йомғаҡ яһағанда автор әҫәрҙәренә, автор-башҡарыусыларға өҫтөнлөк бирелә. Фестиваль барышында йыл һайын йәш шағирҙар семинары уҙғарыла. Көн дауамында спорт ярыштары, халыҡ уйындары ойошторола.
Байрам Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, «Шоңҡар» журналы һәм «Йәшлек» гәзите башланғысы менән 2012 йылдан үткәрелә башланы. Әлеге ваҡытта фестиваль башҡорт бард хәрәкәтен пропагандалау һәм үҫтереү өсөн һәйбәт стимул, гитарала уйнарға һәм бард йырын яратыусылар өсөн ҙур байрам булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика