09:40 (UTC+5), 17 Май 2016

Туймазынан башҡорт бейеү коллективы халыҡ-ара конкурста Гран-приға лайыҡ булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазы ҡалаһының «Сәфәр» өлгөлө хореография ансамбле (7-10 йәш төркөмө) «Рәсәй раузалары» халыҡ-ара бейеү сәнғәте конкурсында ҡатнашты. Бәйге Мәскәү өлкәһенең Истра ҡалаһында уҙҙы. «Сәфәр» ансамбле башҡорт, белорус, рус, ҡытай бейеүҙәре менән сығыш яһап, «Халыҡсан-стилләштерелгән бейеү» номинацияһында Гран-при, «Халыҡ бейеүе» номинацияһында I дәрәжә лауреат дипломын яуланы, «Милли традицияларҙы һаҡлаған өсөн» дипломы менән билдәләнде. Ансамблде Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеәхмәт Зарипов етәкләй, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
Конкурс Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда һәм Болгарияла бойомға ашырылған Халыҡ-ара балалар хореография проекты сиктәрендә ойошторолдо. Унда Латвиянан, Ҡаҙағстандан, Рәсәйҙән балалар бейеү коллективтары ҡатнашты. Сығыштарҙы «Ҡайынҡай» дәүләт академия ансамбле етәксеһе, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, профессор, академик Мария Кольцова рәйеслегендәге жюри ағзалары баһаланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика