05:14 (UTC+5), 12 Мая 2016

Владимир Спиваковтың I Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсының ярымфиналында ҡатнашыусылар билдәле булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Владимир Спиваковтың I Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы жюрийы беренсе турға йомғаҡ яһаны. Биш илдән килгән 12 йәш музыканттың һигеҙе ярымфиналда ҡатнашыусылар иҫәбенә инде. Улар — Леонид Железный (Рәсәй), Юньфэй Бай (Ҡытай), Мелоди Йе Юань (Канада), Маи Судзуки (Япония), Анна Савкина (Рәсәй), Агнеш Лангер (Венгрия), Александра Ли (Рәсәй), Даниэль Лозакович (Швеция).
«Конкурста ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерергә теләйем. Кем икенсе турға үтмәгән, ҡайғырмаһын. Һеҙҙең 12 ҡатнашыусы араһында булыуығыҙ — үҙе үк еңеү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Спиваков. — Шулай уҡ икенсе турға үтмәгән музыканттарға ҡағылышлы махсус премиялар буласаҡ. Барығыҙға ла уңыштар теләйем. Күңелегеҙҙе биреп, илһамланып уйнағыҙ».
Конкурстың II туры бөгөн, 12 майҙа, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә, инеү ирекле. Башҡортостандан берҙән-бер вәкил — 18 йәшлек Анастасия Мамяшева бәйгенән төшөп ҡалды. Әммә өфөләр, республика халҡы Настя өсөн тауыш бирә ала. 11 майҙан 15-нә тиклем конкурстың сайтында Тамашасылар һөйөүе призына тауыш биреү ойошторола. Уның суммаһы 500 мең һум тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика