11:39 (UTC+5), 06 Мая 2016

Башҡортостандың ҡала һәм райондарында киномарафон дауам итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәй киноһы йылына арналған республика марафоны Ҡариҙел районында дауам итте. «Башҡортостан» киностудияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, унда ҡатнашыу өсөн Өфөнән Рәсәйҙең Рәссамдар союзы, Ҡаҙағстандың Кинематографистар союзы ағзаһы, режиссер, киностудияның ҡуйыусы рәссамы Айгөл Байрамғолова, Рәсәйҙең Кинематографистар союзы ағзаһы, режиссер Радик Килмәмәтов һәм кинооператор Азат Әхмәтов килде. Кино төшөрөүселәр «Сәхнә оҫталығы», «Операторлыҡ сәнғәте», «Режиссура» һәм «Анимация» темалары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
«Оҫталыҡ дәрестәренә кино сәнғәтен һөйөүселәр килде, — тип һөйләне Айгөл Байрамғолова. — Пластилин анимацияһы техникаһы буйынса бик күп һорауҙар бирҙеләр. Әлеге ваҡытта мин шуның буйынса эшләйем. Эш барышы, уның нескәлектәре менән ҡыҙыҡһындылар».
Район Мәҙәниәт йорто фойеһында кино темаһына арналған китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо. Йола буйынса, Ҡариҙел районы вәкиленә «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән фильмдар яҙҙырылған дисктар тапшырылды. Сара сиктәрендә Айгөл Байрамғолованың «Урал менән Шүлгәндең мажаралары», Рим Шәрәфетдиновтың «Алдар менән һоро бүре» анимация фильмдары, Радик Килмәмәтовтың «Күңел йыры» документаль фильмы һәм Айнур Асҡаровтың «Пилорама» трагикомедияһы күрһәтелде.
12 майҙа киномарафон эстафетаһын Нуриман районы ҡабул итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика