09:43 (UTC+5), 04 Май 2016

Өфөлә «Тамыр» телеканалы йөҙләгән баланы «Вәт исмаһам кадр!» тип исемләнгән концертҡа йыйҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 7 майҙа киске сәғәт 8-се яртыла Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Вәт исмаһам кадр!» тип исемләнгән концерт күрһәтелә. «Тамыр» балалар телеканалы ойошторған байрамға йөҙләгән йәш тамашасы йыйылды. Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат секретары Люция Дәүлиева хәбәр итеүенсә, концертҡа килгән һәр кем уның ҡатнашыусыһы булды. Сәхнәгә тулыһынса балалар хужа ине. Йәш алып барыусылар, кескәй йырсылар һәм бейеүселәр — бөтәһе 200-ҙән ашыу йәш артист ҡыҙыҡлы, сағыу тамаша күрһәтте. Өлкәндәр экранда ғына күренде. Кино һәм телевидение оҫталары Айнур Асҡаров, Рияз Исхаҡов, Сергей Друзьяк, Рушана Бабич, Хөрмәтулла Үтәшев кескәй алып барыусыларға фильм төшөрөү буйынса кәңәштәр бирҙе.
Ғәҙәти булмаған концерт өсөн «Тамыр» студияһының йәш йырсылары һәм «Сулпылар» республика телевизион конкурсы лауреаттары «Тамыр»ҙағы фильм-әкиәттәрҙән йырҙар әҙерләгәйне. Уларҙың «Ҙур сумаҙан»дан Трубадур Руслан Фаршатов, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Ғайсар Миңлеғолов, Сабина Кучаева, Илнур Рамазанов менән бергә сығыш яһауы тамашасыларҙа көслө тойғолар уятты. Фойела балалар кастингта ҡатнашты, уйнаны, аралашты, «Стерх» Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының продукцияһы менән һыйланды.
«Байрамыбыҙҙа шул тиклем йәнле аралашыу, шатлыҡ хистәре тоябыҙ! — тип һөйләне «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Балалар өсөн ойошторолған барлыҡ саралар ҙа юғары кимәлдә булырға тейеш. Балаларҙың үҙҙәренең киләсәгенә ышаныуы мөһим. Сөнки беҙ байрамға күп көс һалабыҙ, туған телдә аралашыу өсөн лайыҡлы мөхит тыуҙырабыҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика