11:50 (UTC+5), 27 Апрель 2016

Өфөлә Башҡорт милли кейеме көнө уҙа

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 28 майҙа «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә Өфөлә Башҡорт милли кейеме көнө уҙа. Байрам программаһында тамашасылар менән «Башҡортса кейен» флешмобын, башҡорт кейемен белеүгә уйын-викторина, «Мин башҡорт кейемендә!» билдәһе менән селфи-шоу ойоштороу ҡаралған.
«Башҡорт кейемендәге ҡурсаҡ», этнография һәм сәхнә костюмы, башҡорт халҡының ҡулланма-биҙәү сәнғәте күргәҙмәләре эшләйәсәк һәм милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарарға мөмкин буласаҡ. Оҫталар һәм коллективтар күргәҙмә-йәрминкәлә байрам ҡунаҡтары өсөн үҙҙәренең әйберҙәрен тәҡдим итәсәк. Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын милли костюмдарҙа йөрөш, «Елән, кәзәкей...» тип аталған инсталляция, «Йәйләү» тарихи реконструцияһы көтә.
Республика байрамы «Традицион башҡорт кейеме», «Башҡорт сәхнә костюмы», «Заманса кейемдә башҡорт элементтары», «Ике нөктә» балалар кейеме, «Пар күгәрсен» башҡорт кейемендәге иң матур пар номинациялары буйынса дефиле менән тамамлана.
Сараның ойоштороусылары булып Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы сығыш яһаны. Биш фестиваль көнөндә Өфө амфитеатры майҙанында «Симфония төнө», «Кино төнө», «Ufa-Kuraifest», «Этнотөн», «Донъя халыҡтары мираҫы» исемле халыҡ-ара конференция, «Урал моңо» төрки йәштәренең халыҡ-ара фестивале уҙғарыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика