05:28 (UTC+5), 20 Апреля 2016

Силәбе өлкәһендә икенсе Башҡорт халыҡ ижады фестивале ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбе өлкәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дарвин Хәйретдиновтың иҫтәлегенә бағышланған икенсе Башҡорт халыҡ ижады фестивале ойошторола. Сара 30 апрелдә Ҡоншаҡ районының Дружный ҡасабаһы Мәҙәниәт йортонда үтә.
«Фестивалде уҙғарыу урыны осраҡлы һайланмаған: Ҡоншаҡ районы – Көньяҡ Уралдағы башҡорт мәҙәниәтенең боронғо бишеге. Ошо төбәктең сағыу традициялары һәм мәҙәниәте һәр саҡ башҡорттарҙың йәшәү рәүешенең кәүҙәләнеше булды. 1934 йылға тиклем Ҡоншаҡ районы Башҡорт АССР-ы составына ингән», — тип хәбәр итте республиканың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.
Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Хабрахман Мансуров һүҙҙәренсә, сараны уҙғарыуҙың төп бурысы башҡорт халыҡ ижадының мәҙәни традицияларын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға, шулай уҡ талантлы башҡарыусыларҙы эҙләүгә һәм уларға ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала.
Дарвин Хәйретдинов һәләтле ойоштороусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, баянсы, режиссер, йырсы, оҙаҡ йылдар Дружный ҡасабаһы Мәҙәниәт йорто директоры булған. Башҡорт артисы Сүриә Ғималова үҙенең ижад юлын ошонда башлаған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика