04:34 (UTC+5), 18 Апреля 2016

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектакле «Алтын битлек» премияһына лайыҡ булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектакле «Алтын битлек» премияһына лайыҡ булды. Театрҙың баш рәссамы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеровҡа «Костюм буйынса иң яҡшы рәссам эше» номинацияһында премия бирелде. Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, премияны Рәсәй сценографы, рәссам, бер нисә тапҡыр «Алтын битлек» лауреаты исемен алған Сергей Бархин тапшырҙы.
«Башҡорт классигы Мәжит Ғафуриҙың повесы уҙған быуаттың 30-сы йылдарында революцияға тиклемге тормоштоң хөрәфәттәре тураһында хикәйә булараҡ яҙылған. Әҫәрҙә боронғо традициялар ике ғашиҡ йәндең — Ғәлимә менән Закирҙың бәхетен һәм ғүмерен ҡыя. Заманса театр һәм йәш режиссер Айрат Абушахманов беҙҙең көндәрҙә лә бик актуаль булған диндәге, ырыуҙағы, көнкүрештәге сабырһыҙлыҡ тарихын сағылдыра», — тип билдәләй театр тәнҡитсеһе Владимир Спешков.
«Алтын битлек» премияһына 72 спектакль һәм 212 режиссер, актер, рәссам дәғүә итте. Уларҙың тулы исемлеген премияның сайтында табырға мөмкин.
Альберт Валерьевич Нестеров — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013). З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлаған. Студент йылдарында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш рәссамы Таң Еникеевтың ассистенты була.
Һөнәри эшмәкәрлеген А.В.Нестеров 2001 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театрында ҡуйыусы-рәссам булып башлай. 2003-2012 йылдарҙа — театрҙың баш рәссамы. 2012 йылдан Альберт Нестеров М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында баш рәссам булып эшләй. Сценограф, костюмдар һәм яҡтыртыу буйынса рәссам, театрҙың реклама продукцияһы дизайнеры. Бөгөн Альберт Нестеров — төрлө театр майҙансыҡтарында 60-тан ашыу спектаклдең рәссам-биҙәүсеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика