07:28 (UTC+5), 14 Апреля 2016

Республикала башҡорт теленән Төбәк диктанты ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 23 апрелдә Башҡорт дәүләт университеты башҡорт теленән төбәк кимәлендә диктант ойоштора. Акция төп юғары уҡыу йортонда, уның филиалдарында, институттарында уҙғарыла. Өфөлә, Бөрөлә, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала туған телдән белем кимәле тикшереләсәк. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Акцияны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, диктанттың девизы — «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам». Проекттың бурысы — киң мәғлүмәт саралары һәм йәмғиәттең иғтибарын грамоталылыҡ проблемаһына йүнәлтеү, һәр кемгә ирекле диктант барышында үҙенең белемен тикшерергә мөмкинлек биреү, белемле булыуҙы модаға индереү.
Башҡорт теленән диктант яҙыу өсөн алдан теркәлергә кәрәкмәй. Акцияла ҡатнашыусылар бланкта үҙенең ысын исемен яҙмаҫҡа хоҡуҡлы. Тулыраҡ мәғлүмәт башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының сайтында бирелгән. Белешмә өсөн телефон: (347) 272-33-82; 273-82-72. Ҡатнашыусылар канцелярия кәрәк-ярағы менән тәьмин ителәсәк.
Башҡорт теленән төбәк диктанты тәүге тапҡыр 2015 йылдың апрелендә ойошторолдо. Сарала 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Яҙыусылар, журналистар, уҡытыусылар, студенттар һәм уҡыусылар туған телдән белемен тикшерҙе. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан диктант тексы Яныбай Хамматовтың «Башҡорттар китте һуғышҡа» романынан алынды. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры, күп классик һәм заманса пьесаларҙы башҡорт теленә тәржемәләүсе Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика