11:03 (UTC+5), 14 Апреля 2016

Башҡортостанда «Һылыуҡай-2016» матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыусылар өсөн асыҡ тауыш биреү бара

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Һылыуҡай» республика матурлыҡ бәйгеһе финалына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. 19 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иң сибәр башҡорт ҡыҙын һайлайҙар. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Һылыуҡай»ҙың рәсми төркөмөндә ҡатнашыусылар өсөн асыҡ тауыш биреү бара, уның һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙарҙың береһе тамашасылар һөйөүе призына лайыҡ буласаҡ.
Быйыл конкурста Башҡортостандың 10 район һәм ҡалаһынан 16 ҡыҙ ҡатнаша, улар араһында Магнитогорск, Мәскәү һәм Санкт-Петербургта уҙғарылған бәйге еңеүселәре бар. Әлеге ваҡытта ҡатнашыусылар хореографтар, уҡытыусылар етәкселегендә вокал, актерлыҡ оҫталығы, бейеү, визаж серҙәренә төшөнә.
«Гран-при яулау өсөн сәхнә мәҙәниәтенә эйә булыу, башҡорт халҡының традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, әҙәби башҡорт телен белеү мөһим», — тип аңлатма бирҙеләр Республика халыҡ ижады үҙәгендә.
«Һылыуҡай» республика телевизион гүзәллек бәйгеһе 24-се тапҡыр ойошторола. Ошо йылдар эсендә конкурста 200-ҙән ашыу ҡыҙ ҡатнашты, уларҙың күбеһе телеиндустрия, реклама һәм модель бизнесында үҙ карьераһын дауам итте. Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Туған тел» телеканалы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика