12:44 (UTC+5), 13 Апреля 2016

Өфөлә режиссер Рифҡәт Исрафиловҡа «Василий Шукшин» миҙалы тапшырылды

Анна Ерошина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә М.Горький исемендәге Ырымбур драма театрының художество етәксеһе, режиссер, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт Исрафиловҡа «Василий Шукшин» миҙалы тапшырылды. Бүләкләү тантанаһы Василий Шукшиндың хикәйәләре буйынса «Милые люди» спектакленән һуң уҙҙы. Миҙалды яҙыусы Михаил Чванов тапшырҙы. Сәхнәгә күтәрелгәс, ул труппа алдында тубыҡланып, сәнғәт өсөн рәхмәт белдерҙе. Рифҡәт Исрафиловты бүләкләп, яҙыусы тантана режиссерҙың туған театры сәхнәһендә үтеүен билдәләне.
«Өфөләге гастролдәрҙә Рифҡәт Исрафиловтың «Милые люди» исемле спектакле бик шәп булды. Бында барыһы ла бар — юмор, карнавал. Ҡайғы икән, өнһөҙ, шатлыҡ йәки сараһыҙлыҡ икән, дәртле бейеү. Бында Василий Шукшин хикәйәләренең мөхите тойола», — тип спектакль хаҡында үҙ фекерен белдерҙе драматург һәм журналист Анна Ерошина.
«Василий Шукшин» миҙалы танылған рус яҙыусыһы, режиссер һәм актер Василий Шукшиндың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан булдырылған. Был тәҡдимде «Бийский вестник» альманахының баш мөхәррире Виктор Буланичев индергән, ойоштороусылар — Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы һәм Алтай крайы хакимиәте. «Василий Шукшин» миҙалы мәҙәниәткә, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә ҙур өлөш индергән өсөн тапшырыла. Рифҡәт Исрафилов — 248-се бүләкләнеүсе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика