12:32 (UTC+5), 12 Апреля 2016

Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көнө уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көнө уҙғарыла. Ошо хаҡта Санкт-Петербургтағы «Башҡортостан» ойошмаһы рәйесе Люция Буканова хәбәр итте. 29 апрелдә киске сәғәт 7-лә төньяҡ баш ҡалала йәшәүселәрҙе И.И.Газа исемендәге Мәҙәниәт һарайына саҡыралар (Стачек проспекты, 72, «Киров заводы» метро станцияһы). Башҡорт мәҙәниәте көнө Санкт-Петербургта башҡорттарҙың тәүге, рәсми теркәлгән йәмәғәт ойошмаларының юбилейына: «Ирәндек» башҡорт фольклор ансамбле ойошторолоуға 30 йыл тулыуға һәм «Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһының 20 йыллығына арналған. Сара Санкт-Петербургта Мосолман мәҙәниәте көндәрен байрам итеү сиктәрендә үткәрелә.
Унда Өфөнән «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле «Бер ғаиләлә» тип аталған ҙур концерт менән сығыш яһай. Программала — башҡорт бейеүҙәре һәм йырҙары, шулай уҡ Башҡортостанда йәшәгән рус, украин, төрөк, йәһүд, белорус, молдаван, ҡаҙаҡ, татар, мари, сыуаш, Кавказ халыҡтарының фольклоры.
Концерт башланғансы Мәҙәниәт һарайында «Санкт-Петербургтағы башҡорт йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге тураһында» фото- һәм видеокүргәҙмәләр, «Башҡорт йәмәғәт ойошмаларының һәм төрлө милләт шәхестәренең Санкт-Петербургтың мәҙәни, социаль һәм ижтимағи тормошона индергән өлөшө» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторола.
13 апрелдә Милли әҙәбиәт китапханаһында Санкт-Петербургтағы башҡорт ойошмаһының йыйылышы була.
Белешмә өсөн телефон: (812) 783-32-78, 998-21-36, 8-931-970-14-15.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика