10:43 (UTC+5), 07 Апреля 2016

Башҡортостандың «Фантазия» бейеү ансамбле П.И.Чайковский исемендәге Рәсәй сәнғәт конкурс-фестивалендә Гран-приға лайыҡ булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Краснокама районының «Фантазия» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ижевскиҙа «Зарни Пилем» П.И.Чайковский исемендәге Рәсәй сәнғәт конкурс-фестивалендә Гран-при алды. Николо-Березовка ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбенең ижади коллективтары: «Ынйы» һәм «Алтынай» бейеү ансамблдәре беренсе һәм өсөнсө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Беренсе дәрәжә дипломант исемдәрен Краснокама районы Арлан ауылының «Аллегро» һәм «Йондоҙлоҡ» бейеү ансамблдәре яуланы. Бөтә коллективтарҙың уҡытыусылары һәм етәкселәре милли традицияларҙы һаҡлаған һәм йәш быуынды тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индергән, фестиваль хәрәкәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткән өсөн «Рәсәй балалары» ижтимағи фестиваль хәрәкәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Фестивалдең исеме «Алтын күк» тип тәржемә ителә. Сара «Рәсәй балалары» ижтимағи фестиваль хәрәкәте, «Лира» балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү фонды, Ижевск ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт буйынса идаралығы ярҙамында ойошторолдо.
«Жюри составында Мәскәүҙең һәм Санкт-Петербургтың бейеү сәнғәте өлкәһендәге төп белгестәре эшләне. Улар республика коллективтарының сығышын юғары баһаланы. Бында үҙҙәренең уҡыусыларына халыҡ-сәхнә бейеүенең матурлығын еткерә алған етәкселәрҙең роле ҙур», — тип һөйләнеләр Республика халыҡ ижады үҙәгендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика