10:06 (UTC+5), 04 Апрель 2016

Баш ҡалала Башҡорт юниор КВН лигаһының финал уйынында һигеҙ команда көс һынашасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡорт юниор КВН лигаһының финалы үтә. Сара 15 апрелдә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ойошторола. Миҙгелдең төп темаһы — «Аяҡ аҫтында әйләнә бөтә донъя», уйындыҡы — «Юлдағылар юлда булһындар». «Башҡорттар.ру» (Өфө), «Төньяҡ амурҙары» (Дыуан районы), «ХХ Централ» (Өфө), «Һарыҡты кем ашаған» (Ғафури районы), «Башstar» (Салауат районы), «Ритайым» (Күгәрсен районы), «ЖэКа» (Стәрлетамаҡ), «Тик ҡыҙҙар» (Учалы) командалары ҡатнаша.
Командалар «Бала саҡ иленә билетығыҙҙы һаҡлағыҙ» (визитка), «Уңышҡа табан тик алға» (капитандар конкурсы), «Онотмағыҙ хаттар яҙырға» (разминка), «Дуҫтар юлда һынала» (музыкаль номер) конкурстарында үҙ көсөн һынаясаҡ.
Миҙгел башында «Төньяҡ-көнсығыш» (Мәсәғүт), «Үҙәк» (Өфө), «Көньяҡ» (Күмертау) зоналарында бөтә республиканан 60-тан ашыу команда старт алды, һуңынан Өфөлә һәм Салауатта ярымфинал уйындарынан һуң һигеҙ финалсы билдәләнде. Башҡорт юниор КВН лигаһының финал уйынын ойоштороусы — Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәғариф министрлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика