09:53 (UTC+5), 01 Апреля 2016

Өфөлә башҡорт-герман документаль фильмының премьераһы була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто «Мы и есть диалог» тип аталған документаль проект тәҡдим итә. Башҡорт-герман документаль фильмының премьераһы 7 апрелдә көндөҙгө сәғәт 4-тә «Родина» кинотеатрында була.
Фильмда Рәсәй-Германия осрашыуҙарының тарихы, ике ил халыҡтары араһындағы диалог күрһәтелә. Улар Баден-Вюртемберг һәм Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр араһында ижтимағи-гражданлыҡ хеҙмәттәшлектең тарихы булып тора. «Штутгартта табылған немец офицерының хәрби көндәлеге (ул уны 1914-1915 йылдарҙа Көнсығыш фронтында алып барған), 1914 йылда Штуртгартта тотҡонда булған Башҡортостан һалдатының яҙмалары ошо тарихты төшөрөүгә этәргес бирҙе», — тине фильм авторҙары.
Проекттың идея авторы — Штутгарт ҡалаһының Музыка һәм театр оҫталығы институты профессоры Герди Собек-Бойттер, ҡуйыусы режиссеры — Дитер Циммерманн, Башҡортостанда проекттың етәксеһе — Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Венера Фәрғәнова.
Фильм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Баден-Вюртемберг еренең Фән, тикшеренеүҙәр һәм сәнғәт министрлығы, Штутгарт ҡалаһының Вюртемберг нәшриәте, Баден-Вюртемберг еренең «Өфөгә күпер» дуҫлыҡ ойошмаһы ярҙамында төшөрөлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика