05:03 (UTC+5), 01 Апрель 2016

Баш ҡалала «Урал ауазы» III Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре конкурс-фестивале еңеүселәре билдәләнде

автор фотоһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт филармонияһында «Урал ауазы» III Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре конкурс-фестивале тамамланды. Абруйлы жюри ағзалары әйтеүенсә, Башҡортостанда үткән фестиваль-конкурс үҙенең йүнәлеше буйынса илдә берҙән-бер. Халыҡ сәнғәте байрамына әүерелгән фестивалдең гала-концертында Гран-приға эйә булыусы, лауреаттар һәм дипломанттар иғлан ителде.
Приморье крайы Чернигов районы Балалар сәнғәт мәктәбенең «Вишенка» өлгөлө рус халыҡ тынлы уйын ҡоралдары ансамбле (етәкселәре Марина һәм Сергей Ишутиндар) еңеүсе тип танылды. Ансамблдең репертуарында рус халыҡ ижадының бөтә жанрҙары — оҙон йырҙар, әйлән-бәйлән, инструменталь музыка бар.
«Ошо йәш музыканттарҙы тыңлағанда кисергән хис-тойғоларҙы һүҙ менән генә аңлатып булмай! — тине жюри рәйестәше, Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин. — Музыка тәнҡитселәре фекеренсә, Н.Н.Калинин исемендәге V Бөтә Рәсәй рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре конкурсында Гран-при яулаған коллектив — Рәсәйҙәге иң яҡшы балалар коллективы».
«Һуңғы тапҡыр Гран-приға 2010 йылда эйә булғайныҡ. Ошо ваҡыт эсендә бер нисә быуын алмашынды. Бына, ниһайәт, беҙ еңдек!», — тине бүләкләү тантанаһында Сергей Ишутин.
Беренсе урынға һәм төрлө номинацияларҙа лауреат исеменә бер юлы 11 коллектив лайыҡ булды: Кустанай өлкә филармонияһының ҡаҙаҡ халыҡ уйын ҡоралдары оркестры (Кустанай, Ҡаҙағстан), «Мугам-ансамбль» (Баҡы, Азербайжан), Өфөнән Ирина Логинова (думбыра) һәм Гөлназ Абдуллинаның (арфа) дуэты, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленең «Забава» рус халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле (Өфө), Белоруссиянан «Лилея» дуэты (цимбалы), Урта махсус музыка колледжының «Наигрыш» рус халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле (Өфө), Балалар сәнғәт мәктәбенең «Многолетье» балалар көснәлә уйнаусылар ансамбле (Мәскәү), «Эревет» өлгөлө халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле (Чебоксар, Сыуашстан Республикаһы), 11-се балалар музыка мәктәбенең рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры (Өфө), 11-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыларының рус халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле (Өфө), Балалар музыка мәктәбенең рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры (Күмертау).
Быйыл конкурста Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән: Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан, Азербайжандан 30 коллектив ҡатнашты. Тапҡыр тапҡыр профессиональ оркестрҙарға һәм ансамблдәргә музыка мәктәптәренең балалар коллективтары һәм художестволы үҙешмәкәрлек өҫтәлде. Бәйгеселәрҙе В.В.Андреев исемендәге Санкт-Петербург дәүләт академия Рус оркестры етәксеһе һәм баш дирижеры Дмитрий Хохлов рәйеслегендәге халыҡ-ара жюри баһаланы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика