06:47 (UTC+5), 31 Марта 2016

Баш ҡалала башҡарыусы музыканттарҙың Заһир Исмәғилев исемендәге III халыҡ-ара конкурсын үткәреүгә әҙерлек башланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 7 ноябрҙән 16-на тиклем Өфөлә башҡарыусы музыканттарҙың Заһир Исмәғилев исемендәге III халыҡ-ара конкурсы уҙғарыла. Музыкаль бәйге Өфө дәүләт сәнғәт институтында ойошторола. Конкурс күренекле башҡорт композиторының тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.
Унда йәш музыканттар – концерт берләшмәләре һәм музыкаль театр артистары, юғары уҡыу йорттары, урта һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусылары, ассистент-стажерҙар һәм студенттар ҡатнаша ала. Конкурсанттар «Яңғыҙ башҡарыу», «Фортепиано», «Скрипка», «Виолончель», «Контрабас» номинациялары буйынса ике йәш төркөмөнә бүленә. Конкурс тыңлауҙары бер нисә турҙа ойошторола. Жюри составында абруйлы музыканттар, композиторҙар, музыка эшмәкәрҙәре эшләй.
Конкурс программаһына индерелгән башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренең ноталары З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сайтында бирелгән. Положениеға ярашлы, ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 2016 йылдың 19 сентябренә тиклем ismagilovkonkurs@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.
2016 йылда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың указы менән республикала танылған композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы, Глинка исемендәге РСФСР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты Заһир Исмәғилевтың 100 йыллығы билдәләнә. Документҡа ярашлы, юбилей сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика