07:34 (UTC+5), 30 Март 2016

Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтер кисәһе уҙҙы

Гүзәл Хөснөтдинова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙәге 185-се китапханала танылған яҙыусы һәм драматург, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең иҫтәлегенә бағышланған «Рус түгелмен, ләкин россиян мин...» исемле шиғриәт һәм йыр кисәһе үтте. Кисәне «Башҡортостан яҡташтары» төбәк ойошмаһы ағзалары булдырған «Сәсән» ижади берләшмәһе ойошторҙо.
Кисәлә ҡатнашыусылар халыҡ шағирының тормош юлы менән танышты, әҫәрҙәре хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. «Сәсән» ижади берләшмәһе етәксеһе, үҙешмәкәр композитор Әлфиә Агеева, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәмсиә Нагаева, «Иҙел» халыҡ-ара конкурс-фестивале лауреаты Рената Бәҙәмшина, Мәскәүҙә үткән «Тыуған яҡ моңдары» фестивале лауреаты Гүзәл Хөснөтдинова башҡарыуында Мостай Кәримдең шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. «Сәсән» ижади берләшмәһе ағзаһы Алһыу Буштың дәртле башҡорт бейеүе, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Родион Рәхимовтың «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабы тураһында мауығып һөйләүе кисәгә милли колорит өҫтәне. Мәҙинә Илһамова етәкселегендәге «Илһам» халыҡ театры «Ҡыҙ урлау» пьесаһынан өҙөк күрһәтте. Тамашасылар ҡурайсы Марсель Вәхитов башҡарыуындағы моңло көйҙәрҙе, кисәнең ҡунаҡтары — ҡаҙаҡтарҙың «Шабыт» думбырасылар ансамбле һәм Мәскәүҙәге «Тыва» мәҙәни үҙәге ҡатнашыусыларының сығыштарын йылы ҡабул итте.
Бөйөк яҡташтарын хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн Өфөнән дә ҡунаҡтар — шағирә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева һәм журнал хеҙмәткәре, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова килгәйне. Улар Мостай Кәрим тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште, уның шиғырҙарын уҡыны. Билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм тәржемәсе Йәмил Мостафин яҙыусының тормошондағы аҙ билдәле мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Мостай Кәримдең ижадын тикшереүҙә журналист, Яҙыусылар союзы ағзаһы Афият Кучушев, «Татар донъяһы» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Әхәт Мөхәмәтов, Пушкин ҡалаһының татар милли-мәҙәни автономияһы рәйесе урынбаҫары Марс Ғарипов, рәссам һәм шағир Борис Илюхин ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика