10:50 (UTC+5), 28 Марта 2016

«Татар ҡыҙы-2016» конкурсының төп титулын Эдельвейс исемле ҡыҙ яуланы

https://vk.com/tatarkizi16
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 26 мартта Өфө «Нур» татар дәүләт театрында «Татар ҡыҙы-2016» республика гүзәллек бәйгеһенең финалы уҙҙы. Унда Стәрлетамаҡтан, Туймазынан, Нефтекаманан, Дәүләкән, Федоровка, Ҡыйғы, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондарынан 12 һылыуҡай ҡатнашты.
Жюри ағзалары Федоровка районында тыуып үҫкән, әлеге көндә Салауат медицина училищеһында белем алған Эдельвейс Ихсанованы еңеүсе тип иғлан итте.
Матурлыҡ конкурсында ҡатнашыусыларҙан туған телен, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белеү талап ителде. Ҡыҙҙар тамашасылар һәм жюри алдында тышҡы ҡиәфәтен, вокаль һәм хореография оҫталығын күрһәтте.
«Татар ҡыҙы-2016» республика конкурсы 14-се тапҡыр уҙғарылды. Уның маҡсаты — милли мәҙәниәткә йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, туған телгә һөйөү тәрбиәләү. Сараны ойоштороусы булып Башҡортостандың «Берлек» татар мәҙәни-ағартыу ойошмаһы сығыш яһаны.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика