06:46 (UTC+5), 25 Марта 2016

Төбәктә «Кино бара…» конкурсы еңеүселәренә «Учалы-Оскар-2016» премияһы тапшырылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Учалыла гала-концерт һәм «Кино бара…» конкурсы финалсыларын, еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Конкурсты Рәсәй киноһы йылы сиктәрендә муниципалитет хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ойошторған. Фильмдарҙан өҙөктәрҙе профессиональ артистар түгел, ә ябай ауыл кешеләре сәхнәләштерҙе.
Ауыл клубтары һәм Мәҙәниәт йорттары араһында ойошторолған район конкурсының һайлап алыу этабы 10 мартта башланды. Бөтәһе 52 эш тәҡдим ителде. Төп талап Рәсәй кинофильмынан өҙөк күрһәтеү һәм художестволы монолог уҡыу ине.
Гала-концертта командалар «Кавказ тотҡонбикәһе», «Мөхәббәт һәм күгәрсендәр», «Яҙмыш шаярыуы», «Ә таңдар бында тыныс», «Өс хат» фильмдарынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Уральск ауылы Мәҙәниәт йорто Учалы районында төшөрөлгән «Алтын атлы һыбайлы» фильмынан эпизод күрһәтте.
«Сәхнә образдарын тыуҙырыуға, декорация ҡороуға бик етди ҡарағандар. Яҡтылыҡ эффектын ойоштороуға ла ваҡыт тапҡандар. Номерға 40-тан ашыу кеше йәлеп ителде, — тип билдәләне ауыл Мәҙәниәт йорто мөдире Олеся Хәлилова. — Беҙ ҡуйған өҙөк сағыу һәм ҡыҙыҡлы килеп сыҡты, әммә фильмды ла ҡарарға кәрәк. Бәлки, унда таныш йөҙҙәрҙе күрерһегеҙ, ауыл халҡының күбеһе күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашҡан».
Конкурс программаһына башҡорт режиссерҙарының фильмдары ла ингән. «Өс хат», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ике күрше», «Еңмеш» кинотаҫмаларынан өҙөктәр конкурсанттарҙың яҡшы әҙерлеген күрһәтте. Сарала ҡатнашҡан бөтә коллективтар ҙа лайыҡлы награда алды. Сөләймән, Октябрьск, Вознесенка, Ураҙ, Өргөн, Учалы, Миндәк һәм Сораман клубтары коллективтары төп призға — дипломға һәм аҡсалата сертификатҡа лайыҡ булды. «Учалы-Оскар-2016» премияһы «Уңыш джентельмендары» кинофильмынан өҙөк сәхнәләштергән Илсе ауылы Мәҙәниәт йортона тапшырылды.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика