10:45 (UTC+5), 24 Марта 2016

Баш ҡалала «Китап» нәшриәте фирма магазинының яңы һатыу залы асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Октябрь проспекты, 2 адресы буйынса Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте фирма магазинының яңы һатыу залы асылды. Ассортиментта нәфис, балалар, уҡыу-уҡытыу әҙәбиәте, сағыу фотоальбомдар, календарҙар, плакаттар, музыкаль дисктар, сувенирҙар һәм канцелярия тауарҙары бар.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов китап һөйөүселәрҙе яңы залдың асылыуы менән ҡотлап, ҡыҙыҡлы ижади осрашыуҙар, исем туйҙары үткәрелеүен теләне. Сарала Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов, билдәле яҙыусы Камил Йыһаншин ҡатнашты.
«Беҙ халыҡҡа уңайлы хаҡтар буйынса төрлө китаптар тәҡдим итәбеҙ. Яңы сауҙа залы асылғас, һатып алыусыларҙың да һаны артыр, тип ышанабыҙ», — тип билдәләне нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов.
Тантанала нәшриәттең яңыртылған сайты менән таныштырыу сараһы ла булды. Яңыртыу нигеҙендә — яңы китап уҡыусыларҙы йәлеп итеү өсөн заманса дизайн, уңайлы навигация, интернет-магазин.
«Китап» нәшриәте магазины иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем эшләй. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика