17:55 (UTC+5), 18 Марта 2016

«Ҙур сумаҙан» тапшырыуының яңы миҙгеленең премьераһы тәүҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелә

Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн, 18 мартта, Башҡортостан юлдаш телеканалында хоккей уйынынан һуң «Ҙур сумаҙан» телепроектының яңы миҙгеленең премьераһы була. Ижади төркөм тамашасыларҙы Финляндия, Испанияның Коста-Бланка, Монако, АҠШ, Куба һәм Каталония тауыштары менән таныштыра.
«Проектта бер яңылыҡ бар: хәҙер финалда һәр саҡ акустик сәйәхәтселәр туплаған тауыштарҙан көй яңғыраясаҡ. Бары тик урамдағы шау-шыу, ҡоштар һайрауы, машиналар, йәнлектәр тауышы, — бер һүҙ менән әйткәндә, «Ҙур сумаҙан»дың акустик картаһында осраған тауыштар. Авторы — музыкант Митя Бурмистров», — тип һөйләне Башҡортостан юлдаш телевидениеһының матбуғат секретары Люция Дәүлиева.
Тауыштарҙан тыш, проектты алып барыусы Руслан Фаршатов урында билдәле бер йырҙы өйрәнеп, уның ярҙамында киске ашҡа аҡса эшләргә тейеш. Был юлы төрлө илдәрҙең урамдарында башҡарылған байтаҡ хиттар рәсәйҙәргә таныш. Мәҫәлән, Гуантанамо (Куба) ҡыҙы тураһында хитты СССР-ҙа тыуған кешеләрҙең барыһы ла белә, финдарҙың «Летка-енка» йыры күптәргә таныш. Монако кенәзлегенә ингәндә Руслан принцесса Стеффаниҙың йырын башҡарҙы. Нью-Йоркта ул — метро вагондарында, Лос-Анджелеста «Дан аллеяһы»нда ятып йырланы. Каталонияла Чемпиондар лигаһы финалында «Барселона» футбол клубы гимнын башҡарыу еңел бирелмәне.
Яңыртылған «Ҙур сумаҙан» һәр йома киске сәғәт 9-сы 15 минутта һәм шәмбе иртәнге 11 тула 15 минутта эфирға сыға. Былтыр «Пятница» телеканалы ошо программаны күрһәтергә хоҡуҡ алды. Уҙған йылдың майында «Трубадурҙың акустик сәйәхәте»нең 20 серияһы Рәсәй тамашасыларына тәҡдим ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика