07:32 (UTC+5), 04 Марта 2016

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 3 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашты. Осрашыу барышында халыҡ-ара ойошма менән үҙ-ара эш итеү перспективалары һәм республика биләмәһендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.
– Һеҙҙең менән аралашыу һәр саҡ файҙалы, сөнки беҙ мәҙәни, матди мираҫты һаҡлап ҡалыу өҫтөндә эшләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Әлеге ваҡытта республиканың ойошма менән үҙ-ара эш итеүе 2013 йылда Парижда ҡул ҡуйылған белдереү сиктәрендә бойомға ашырыла, тип билдәләне Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары. Байтаҡ саралар күрелгән, әммә яңынан-яңы идеялар һәм тәҡдимдәр барлыҡҡа килә.
– Атап әйткәндә, беренсе геологик парк булдырыу тәҡдиме бар, – тип хәбәр итте Григорий Орджоникидзе. – Хәҙер ЮНЕСКО-ла ошо яңы программа көс туплай. Ысынында иһә был перспективалы программа, бындай геологик парктар илебеҙҙә әлегә юҡ. Шуға күрә был пилот проекты – Рәсәйҙә тәүге геопарк буласаҡ.
Осрашыуҙа шулай уҡ Шүлгәнташты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫына индереү мәсьәләһе тикшерелде. Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары һүҙҙәренсә, бөтә кәрәкле процедуралар ҙа үтәлгән осраҡта ошо объект буйынса ҡарар 2018 йылда уҡ ҡабул ителеүе ихтимал.
Рәсәй һәм халыҡ-ара ЮНЕСКО кафедралары селтәрен үҫтереү тураһында ла һүҙ барҙы. Атап әйткәндә, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты ошондай кафедралар асыу хаҡында ғариза менән сығыш яһаны.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика