05:39 (UTC+5), 25 Февраля 2016

Башҡортостанда халыҡ медицинаһы тураһында мистик фильм төшөрөлә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда халыҡ медицинаһы тураһында мистик фильм төшөрөлә. Әлегә нәфис-документаль фильм «Башҡортостан мистикаһы» тип атала. Проекттың идея авторы һәм режиссеры — тележурналист һәм режиссер Таңсулпан Ильясова. Фильм башҡорттарҙың халыҡ медицинаһына арналған. Ижади төркөм Әбйәлил һәм Ҡырмыҫҡалы райондары ауылдарында булды, унда халыҡ медицинаһы һәм тылсымлы ғөрөф-ғәҙәттәр әле лә көнкүрештә ҡулланыла.
Фильмдың геройҙары — халыҡ табиптары. Элек-электән башҡорттар быуын ултыртыусыларға, үлән, бал, ҡымыҙ менән дауалаусыларға, шулай уҡ арбаусыларға, өшкөрөүселәргә мөрәжәғәт иткән. Фильмда ноҡот һалыу һәм ҡот ҡойоу кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәре тураһында ла бәйән ителә. Таңсулпан Ильясова әйтеүенсә, бындай алымдар сирҙәрҙе генә түгел, кешенең психик һәм күңел торошон яҡшыртыу өсөн ҡулланылған һәм әле лә ҡулланыла.
«Фильм төшөргәндә ҡыҙыҡлы асыш яһаным. Башҡорттарҙа кешенең физик сәләмәтлегенә уның психик торошо, шулай уҡ уны уратып алған донъяның энергетикаһы тәьҫир итә тип һаналған, — тип һөйләй автор. — Америка яҙыусыһы һәм психолог Луиза Хейҙың бөтә донъяла билдәле тәғлимәтендә лә ошо хаҡта һүҙ бара. Ул хәҙерге заман белгесе, беҙҙә иһә борон-борондан күңел гармонияһы физик торош менән туранан-тура бәйле тип иҫәпләнгән».
Автор йортто ҡара энергиянан дөрөҫ таҙартыу, дарыуһыҙ дауаланыу хаҡында һөйләргә ниәтләй. Фильмда тағы ла бер ҡыҙыҡлы аспект — тәбиғәт менән аралашып тәнде һәм эске психик торошто нығытыу тикшерелә.
Таңсулпан Ильясованың консультанттары булып профессор, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова һәм билдәле башҡорт ғалимы, фольклорсы Фәнүзә Нәҙершина сығыш яһай. Автор халыҡ табиптарын белеүселәрҙең барыһын да sulpanfilm@mail.ru электрон почтаһына яҙыуҙарын һорай.
Тулы метражлы фильмдың премьераһы июнь айында Өфөнөң «Родина» кинотеатрында планлаштырылған.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика