09:12 (UTC+5), 17 Февраль 2016

Башҡорт яҙыусыһы иң яҡшы тәржемә өсөн Бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә Яҙыусыларҙың үҙәк йортонда иң яҡшы әҙәби тәржемә өсөн «Словес связующая нить» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы тапшырылды. 2015 йылғы премияға донъя һәм рус әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен башҡорт теленә ауҙарыу буйынса емешле эшмәкәрлеге өсөн башҡорт шағирәһе Тамара Ғәниева лайыҡ булды. Дипломға премия жюрийы рәйесе, Николай Лесков исемендәге православие яҙыусылары клубы идараһы рәйесе Игорь Смолькин ҡул ҡуйған.
Тамара Ғәниева ундан ашыу авторҙың әҫәрҙәрен тәржемә иткән. Улар араһында Фридрих Шиллерҙың «Мария Стюарт», Альбер Камюҙың «Калигула», Николай Гоголдең «Ревизор», Камил Йыһаншиндың «Алдан алтыны», «Росомаха» һәм башҡа китаптар бар.
«Бүләкләү тантанаһында минең ышаныслы кешем сифатында Азат Бәҙрәнов ҡатнашты», — тип хәбәр итте Тамара Ғәниева.
«Словес связующая нить» премияһы тәржемә өлкәһендә әҙәби ижадтың абруйын һәм әһәмиәтен арттырыу, яңы сағыу исемдәр асыу сараһы булараҡ булдырылған һәм Рәсәй, сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәрен илебеҙ халыҡтары телдәренә тәржемә иткән өсөн тапшырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика