06:07 (UTC+5), 16 Февраля 2016

Баш ҡалала популяр актер Сәғиҙулла Байегет үҙенең тормошо хаҡында китабының исем туйын үткәрә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 17 февралдә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Сәғиҙулла Байегеттең китабының исем туйы уҙа. «Сәғит... Сәғиҙулла... Сәғидуллушка!..» исемле китап башҡорт телендә яҙылған.
Автор һүҙҙәренсә, хәтирәләре аша ул тамашасыларға үҙенең тормошо хаҡында бәйән итергә теләй. Үҙе яҙғанса, ул тормошто нисек бар, шулай ҡабул итә.
«Әгәр һеҙ яратҡан артисығыҙҙың тормошо һәм ижады тураһында белгегеҙ, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙға яуап алғығыҙ килһә, көтәбеҙ. Осрашыу башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә уҙғарыла», — тип хәбәр итте китапхананың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айгөл Япарова.
Сарала актерҙан автограф алырға мөмкин. Осрашыу көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика