Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Февраль 2016, 11:30
Өфөләрҙе «Хәйерле Stand-Up кис!» юмористик проектына саҡыралар
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 16 февралдә «Театро» клубында «Хәйерле Stand-Up кис!» юмористик проектының кисәһе була. Әүҙем башҡорт йәштәре дуҫтары менән осрашыу һәм резиденттарҙың актуаль темаларға шаяртыуҙарын тыңлау өсөн ошо сараға йыйыла.
Башҡорт асыҡ КВН лигаһы идараһы рәйесе Урал Кәримов хәбәр итеүенсә, сәхнәлә былтырғы миҙгел резиденттары сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ «Асыҡ микрофон» эшләйәсәк, унда теләгән һәр кем үҙенең мәҙәктәрен һөйләй ала.
Сара киске сәғәт 8-ҙә башлана. «Бәйләнештә»ге
төркөмдә
тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.
Теги:
юмор
квн
stand up
Читайте нас: