08:04 (UTC+5), 11 Февраля 2016

Башҡортостан юлдаш телеканалында урындағы тапшырыуҙар күрһәтелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов. Быйылдан башлап республиканың ҡала һәм райондарында йәшәүселәр урындағы телестудия тапшырыуҙарын ҡарай ала. Һәр йома киске сәғәт 5 тула 15 минуттан алып 6-сы яртыға тиклем Башҡортостан юлдаш телеканалында Баймаҡ, Хәйбулла, Әлшәй, Саҡмағош һәм башҡа райондарҙағы студияларҙың тапшырыуҙары күрһәтелә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән бөтәһе 10 телеканал хеҙмәттәшлек итә.
«Республика район һәм ҡалаларында бик күп мөһим, тап ошо район халҡы өсөн ҡыҙыҡлы саралар ойошторола. Хәҙер улар йома һайын билдәләнгән ваҡытта үҙҙәренең районы хаҡында тапшырыуҙар ҡарай ала. Мәғлүмәт тапшырыуҙарынан тыш, телепортреттар, аналитик программалар буласаҡ», — тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева.
Уның һүҙҙәренсә, «урындағы» блокта «Бөтә Өфө» продюсер үҙәге программалары — «Уфимский городовой», «Уфимский тракт», «Без фильтров» проекттары күрһәтелә. Тамашасылар уларҙы 12 февралдә үк ҡарай ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика