10:46 (UTC+5), 10 Февраль 2016

Башҡорт опера һәм балет театры «Арҡайым» балетына саҡыра

театрҙың матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 февралдә Башҡорт опера һәм балет театры өфөләрҙе танылған башҡорт композиторы Ләйлә Исмәғилеваның «Арҡайым» балетына саҡыра. Милли репертуарҙың сағыу әҫәре театр афишаһында даими урын биләй. Сюжеттың нигеҙендә изге Арҡайым тураһында философик хикәйә ята.
Кисәлә төп ролдәрҙе Валерия Исаева (Йондоҙ), Илдар Мәнәпов (Самбулат), Софья Гаврюшина (Эрке), Артур Новичков (Буға) һәм башҡа солистар башҡара. Музыка көнсығыш фольклор мотивтары менән һуғарылған, милли уйын ҡоралдары ҡурай, ҡумыҙ менән үрелеп бара. Бейеүҙәрҙе ҡуйыусы — Андрей Петров (Мәскәү).
Балетты ижад иткәндә ғалим, тарихсы һәм археолог, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Нияз Мәжитов, шулай уҡ филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова һәм билдәле шағир, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡов үҙҙәренең кәңәштәрен биргән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика