11:26 (UTC+5), 09 Февраля 2016

Хәҙер башҡорт китаптарын «Китаптар» электрон китапханаһында уҡырға мөмкин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республикала «Китаптар» башҡорт электрон китапханаһының төп версияһы эшләй башланы. Интернет-ресурсты булдырыусылар хәбәр итеүенсә, хәҙер башҡорт әҙәбиәте бер урында тупланған. Китаптарҙы күсереп алырға, уҡырға, үҙеңдекен өҫтәргә һәм дуҫтар менән уртаҡлашырға мөмкин.
Сайтта башҡорт һәм башҡа телдәрҙә 900-ҙән ашыу китап, дәреслек һәм журналдар йыйылған. Китаптар төрлө форматта бирелгән, компьютерҙа ғына түгел, смартфон, планшет һәм башҡа ҡоролмаларҙа ла асыла.
2016 йылдың 1 мартында ресурстың бета-версияһын һынау тамамлана. Өфөлә сервистың һуңғы версияһының рәсми презентацияһы уҙа, унда меңдәрсә яңы китап буласаҡ.
«Беҙ китапхананы яҡшыртыуҙы дауам итәбеҙ, әммә уҡыусыларҙың ярҙамы кәрәк. Дөйөм тырышлыҡ менән китапхананы тулыландырыу мөһим. Хаталар тураһында әйтегеҙ һәм сервисты яҡшыртыу буйынса идеялар тәҡдим итегеҙ. Шәхси китапханағыҙҙа булған китаптарығыҙҙы һалырһығыҙ тип ышанабыҙ. Шулай уҡ тәү сиратта электрон вариантҡа күсерергә кәрәк булған китаптарҙы тәҡдим итә алаһығыҙ», — тине «Башҡорт проекттары» төркөмө етәксеһе Илдар Кинйәбулатов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика