13:01 (UTC+5), 05 Февраля 2016

«Ҡара йөҙҙәр» спектакле дүрт номинацияла «Алтын битлек» премияһына дәғүә итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектакле Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһы конкурсында ҡатнаша. Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, коллектив 24 мартта киске сәғәт 7-лә Яуза буйындағы һарайҙа тамашасылар яратып өлгөргән спектаклде сәхнәләштерә.
Спектакль «Иң яҡшы режиссер эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы рәссам эше» (Альберт Нестеров), «Иң яҡшы костюмдар оҫтаһы эше» һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияларына дәғүә итә. Билет хаҡы 350 һумдан башлана. Билеттарҙы фестивалдең сайтында бронләү йәки Чехов метроһы (Пушкин, Тверь), Большая Дмитровка урамы, 32, 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан кассала һатып алыу мөмкинлеге бар.
«Башҡорт классигы Мәжит Ғафуриҙың повесы уҙған быуаттың 30-сы йылдарында революцияға тиклемге тормоштоң хөрәфәттәре тураһында хикәйә булараҡ яҙылған. Әҫәрҙә боронғо традициялар ике ғашиҡ йәндең — Ғәлимә менән Закирҙың бәхетен һәм ғүмерен ҡыя. Заманса театр һәм йәш режиссер Айрат Абушахманов беҙҙең көндәрҙә лә бик актуаль булған диндәге, ырыуҙағы, көнкүрештәге сабырһыҙлыҡ тарихын уйнай», — тип билдәләй театр тәнҡитсеһе Владимир Спешков.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика