09:20 (UTC+5), 03 Февраль 2016

Силәбелә иң яҡшы башҡорт видеороликтары күрһәтелде

Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Силәбелә «Осҡон» башҡорт видеоһы конкурсы уҙҙы. Унда 2015 йылдың март айында башланған бәйгегә йомғаҡ яһалды. 50 роликтың 12-һе дүрт номинацияла өс призлы урын алды: мобиль видео, социаль видеоролик, музыкаль клип һәм ҡыҫҡа метражлы фильм. Еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр тапшырылды, иң яҡшы эштәр иһә фестивалдең биҙәге булды.
Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзында һөйләүҙәренсә, жюри составына Силәбе һәм Өфө белгестәре – клипмейкер Тимур Сафиуллин, режиссер һәм уҡытыусы Александр Мордасов, режиссер Таңсулпан Бураҡаева, яҙыусы Азамат Юлдашбаев һәм алып барыусы Ләйсән Мәзитова инде.
Фестиваль ҡунаҡтары, араларында Өфөнән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан ҡатнашыусылар бар ине, махсус саҡырылған эксперт, Свердловск киностудияһы ҡарамағындағы Кино мәктәбе уҡытыусыһы Алексей Стасюктың оҫталыҡ дәресен ҡараны. Шулай уҡ Таңсулпан Бураҡаева һәм музыкаль клиптар төшөрөү менән шөғөлләнгән башҡорт ойошмалары – «Е7Е-media», «Уралстарс» оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Бындай фестиваль Силәбелә тәүгә уҙғарыла, әммә ойоштороусылар өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға уйламай. Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы, Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы конкурс йыл һайын үткәреләсәк тип белдерҙе. «Осҡон-2016» бәйгеһенә ғаризалар ҡабул итеү 15 февралдән һуң башлана.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика