16:12 (UTC+5), 29 Января 2016

Өфөлә балалар йорто тәрбиәләнеүселәре тураһында «Ҡалдырма, әсәй!» спектакле сәхнәләштерелә

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса спектакль өҫтөндә эш башланды. Автобиографик әҫәрҙең төп геройы — Ильяс исемле етем малай. Ата-әсәһе вафат булғас, ул балалар йортона, ауыр холоҡло тиҫтерҙәре араһына барып эләгә.
Спектаклде йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерә. Премьера март айына билдәләнгән. «Әҫәр ҡатмарлы хәлдәргә, ата-әсә наҙының булмауына ҡарамаҫтан, ғәҙел, намыҫлы, үҙ бәҫен белгән һәм ҡуйған маҡсатына ирешә алған кеше булып үҫергә мөмкин икәнлеген күрһәтә», — тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Айгиз Баймөхәмәтов — «Башҡортостан» гәзите журналисы, яҙыусы, Башҡортостандың, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостандың, Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. «Ҡалдырма, әсәй!» китабы «Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсы еңеүселәренең береһе булды. 2015 йылда ошо повесы өсөн авторға Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды. Тиҙҙән бөтә республикала китаптың исем туйы үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика