09:02 (UTC+5), 27 Января 2016

Мәскәүҙә «Боронғо Рәсәй» күргәҙмәһенә Өфө фотографтарының эштәре ҡуйылған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙәге Рәссамдарҙың үҙәк йортонда «Боронғо Рәсәй» күргәҙмәһе асылды. III Дөйөм Рәсәй фестивалендә Өфөнән дүрт фотограф — Андрей Пестрецов, Рәмил Йосопов, Олег Меньков һәм Андрей Коротнев үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итә. Экспозицияла Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығын сағылдырған ете ижади эш урын алған.
Рәсәй тәбиғәтенә арналған фотокүргәҙмә фестиваль майҙансығында төп урынды биләй. Күргәҙмәгә Байкалда, Ҡалмыҡстанда, Соловецк утрауҙарында, Алтайҙа һәм Арктикала төшөрөлгән фотоһүрәттәр ҡуйылған. Быйыл ойоштороусылар Волга йылғаһына ҙур иғтибар бүлгән. Фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары — Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский, Федерация Советы башлығы Валентина Матвиенко ҡатнашыусыларҙың һөнәри кимәле юғары булыуын билдәләне.
Күргәҙмә 25 февралгә тиклем эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика