12:47 (UTC+5), 27 Января 2016

Башҡортостан ҡалаларында тәүге тапҡыр «Өфөнөң йәш виртуоздары» фестивале ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15 апрелдән 19-на тиклем Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта «Өфөнөң йәш виртуоздары» фестивале уҙғарыла. Был сарала һәләтле музыканттар — Өфөләге урта махсус музыка колледжы уҡыусылары, Мәскәү һәм Санкт-Петербург консерваториялары студенттары, Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаттары ҡатнаша.
Йәш башҡарыусылар ҡатнашлығында фестиваль үткәреү тәҡдиме менән Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы фонды сығыш яһаны. Ошо сарала төбәк халҡы ҡасандыр Өфөнән Мәскәүгә, Санкт-Петербургка, Европаға уҡырға киткән һоҡланғыс музыканттарыбыҙ хаҡында ла белә аласаҡ.
«Йәш башҡарыусыларҙың музыка фестивале идеяһы Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы фонды өсөн Мәскәү халыҡ-ара музыка йортонда, Санкт-Петербург филармонияһының бәләкәй залында ойошторолған сағыу концерттарҙың, Өфөлә стипендиаттарыбыҙ ҡатнашлығындағы «Мәскәү виртуоздары» концертының дауамы булды. Был концерттар йәш музыканттарҙың, баш ҡала уҡытыусыларының кимәле юғары булыуын раҫланы», — тип хәбәр итте фондтың директоры Ғәлиә Камаева.
Концерттарҙан тыш, йәш музыканттар, Мәскәү һәм Санкт-Петербург консерваториялары студенттары Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларындағы музыка мәктәптәрендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Мәҙәни программала художество мәктәптәрендә уҡыусыларҙың һынлы сәнғәт күргәҙмәләрен ойоштороу ҡаралған.
1 из 5
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика