16:16 (UTC+5), 26 Января 2016

Баш ҡалала фоторәссам Рәиф Баҙиҡовтың күргәҙмәһе ойошторола

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Йома, 29 ғинуарҙа, Өфөләге ВДНХ-Экспо комплексында танылған фоторәссам, «Республика Башкортостан» гәзитенең легендар фотохәбәрсеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Рәиф Баҙиҡовтың күргәҙмәһе асыла. «Кадрға сумыу» тип аталған күргәҙмә оҫтаның 70 йәшлек юбилейына арналған. Унда фоторәссамдың иң яҡшы 70 эше урын аласаҡ.
«Шәхси күргәҙмәмде һәр биш йыл һайын ойошторорға тырышам. Унда миңә нисә йәш, шунса фотоһүрәттәр ҡуям. Биш йыл элек 65 булһа, хәҙер — 70, биш йылдан 75, һуңынан 80 буласаҡ. Уларҙың һанын 100-гә еткергәндә лә шәп булыр ине», — тине «Башинформ» агентлығына Рәиф Баҙиҡов.
Күргәҙмә көндөҙгө сәғәт 4-тә асыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика