08:00 (UTC+5), 25 Ғинуар 2016

Баш ҡала яҙыусыһы Камил Йыһаншинға Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы тапшырылды

Камил Йыһаншин ебәргән
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Мәскәүҙә 2015 йыл өсөн Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Бүләкләнеүселәр араһында танылған Өфө яҙыусыһы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин да бар. Ул «Алдан алтыны» романы өсөн премияға лайыҡ булды.
Ошо китап менән таныштырғанда Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесе Валерий Ганичев романдың темаһы һәм уның геройҙары әлеге һынылыш осоронда үтә лә актуаль булыуын, Рәсәйҙең Кинематография комитетына ошо әҫәр буйынса күп сериялы фильм төшөрөү тәҡдиме менән хат яҙырға кәрәклеген билдәләне. Тантана һуңында Мәскәү нәшриәте директоры Артур Артунян лауреаттан «Алдан алтыны» романын бүләк сифатында баҫтырып сығарыуға рөхсәт һораны.
Рәсәй Яҙыусылар союзының беренсе секретары Геннадий Иванов Камил Йыһаншиндың илебеҙ әҙәбиәтенә яҙыусы булараҡ ҙур өлөш индереүен билдәләне. Шулай уҡ ул «Башинформ» агентлығына эксклюзив комментарий бирҙе.
«Беҙҙә тәбиғәтте һәм ундағы йәнлектәр донъяһын яҡшы белгән яҙыусының күптән булғаны юҡ ине. Үҙ ваҡытында Пришвиндың, Паустовскийҙың, Арсеньевтың китаптарын йотлоғоп уҡыныҡ, әммә уларҙан һуң ошо темаға мөрәжәғәт итеүселәр булманы. Хәҙер уларҙың эшен Камил Йыһаншин дауам итә. Уның «Алдан алтыны» романы — әҙәбиәтебеҙҙә ҙур күренеш. Мин дә, Валерий Ганичев кеүек үк, ошо роман буйынса фильм төшөрөргә мөмкин, тип иҫәпләйем», — тине Геннадий Иванов.
Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы — Рәсәй Яҙыусылар союзының юғары наградаһы, ул 2000 йылдан бирле тапшырыла. Элекке йылдарҙа Валентин Распутин, Михаил Алексеев, Виктор Лихоносов, Владимир Карпов, Михаил Ножкин, Владимир Костров, Александр Сегень, Николай Скатов, Юрий Лощиц, Михаил Лобанов кеүек күренекле нәфис һүҙ оҫталары ошо абруйлы награда лауреаттары булды. Башҡортостандан ике яҙыусы: 2006 йылда — «Мы – русские!» китабы өсөн Михаил Чванов, 2012 йылда «Ҡытай-город» әҫәре өсөн Әмир Әминев ошо премияны алды.
Быйылғы Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы исемлегенә илдең төрлө төбәктәренән 19 яҙыусы инде. Алты яҙыусы лауреат булды. Лауреаттар исемлеге менән Рәсәй Яҙыусылар союзы сайтында танышырға мөмкин.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика